36 Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине.
Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Хушай Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға Ахиҫофелдың Авшаломға һәм Исраил аҡһаҡалдарына ниндәй кәңәш биргәнен һәм үҙенең нимә әйткәнен хәбәр итте.
Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ.