34 Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең.
Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә!
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.