31 Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.
Ул заманда Ахиҫофелдың кәңәштәре Алла күндергән өгөт-нәсихәт һымаҡ һаналды. Ахиҫофелдың һәр кәңәше Дауыт өсөн дә, Авшалом өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә ине.
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.
Тик Авшалом: – Арки Хушайҙы саҡырығыҙ әле, уның ни әйтерен тыңлап ҡарайыҡ, – тине.
– Был юлы Ахиҫофелдың кәңәше бик үк йүнле түгел, – тине Хушай Авшаломға.
Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.
Көсөңдө күрһәткән көндө Халҡың ихлас артыңдан эйәрер. Мөҡәддәс данға бөркәнеп, Таңдың бәғеренән тыуған ысыҡ кеүек, Һиңә йәшлегең килер.
Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.
Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.
Мин Һине саҡырған саҡта дошмандарым артҡа сигә, Шунан беләм – Алла минең яҡлы.
Өмөтөмдө Аллаға бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын?
Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;
Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.
Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?
Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә,