3 Авшалом: – Дәғүәләрең хаҡ та, ғәҙел дә, әммә батша янында һиңә ҡолаҡ һалырҙай кеше юҡ шул, – тигән. Шунан: –
Әгәр ҙә был илгә хөкөмдар итеп мине ҡуйһалар, бәхәс йәки дәғүә менән килгән һәр кешегә ғәҙел хөкөм ҡылыр инем, – тип өҫтәгән.
Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.
Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Атаһын йәки әсәһен хурлаған һәр кем үлтерелергә тейеш.
Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер, мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр.
Атаһын ҡәһәрләгән һәм әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була.
Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.
Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.
Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр.
Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.
Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит.
– Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.
барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.