29 Садоҡ менән Әвйәҫәр Алла һандығын Йәрүсәлимгә алып ҡайтып китте һәм үҙҙәре лә шунда ҡалды.
Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон.
Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар.
Дауыт батша, кешеләр ебәреп, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға әйтергә ҡушты: – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына шуны әйтегеҙ: «Бөтөн Исраилдың батшаны кире ҡайтарыу тураһындағы һүҙҙәре батшаның ҡолағына килеп еткәндә, ниңә әле һеҙ батшаны үҙ йортона ҡайтарырға ашыҡмайһығыҙ?
Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән.