Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:23 - Изге Яҙма

23 Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:23
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды.


Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон.


– Быларҙы нимәгә алып килдең? – тип һораны батша Сиванан. – Ишәктәргә батшаның ғаиләһе менеп йөрөр, икмәк менән емештәрҙе яугирҙәр ашар, шарапты ҡырҙа хәлдән тайған кешеләр эсер, – тип яуап бирҙе Сива.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы.


Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.


Ҡаһиндар Раббы ҡорамын паклар өсөн уның эсенә инә, ундағы бөтә нәжес әйберҙәрҙе ихатаға сығара, ә левиҙәр быларҙы Ҡидрон үҙәненә алып барып ташлай.


Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.


Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килеп вәғәзләй башланы.


Ишағыяһ пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» – тип Яхъя тураһында әйткәйне.


Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ