22 – Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды.
Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.
Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде.