16 Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы.
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған.
– Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре.
Батша һәм уның артынан эйәргән бар халыҡ ҡаланың иң һуңғы йорто янында туҡтаны.
Беҙгә хаким итеп мәсехләнгән Авшалом һуғышта үлеп ҡалды. Шулай булғас, нимә көтөргә? Батшаны кире ҡайтарырға кәрәк, – тинеләр.
Дауыт Йәрүсәлимдәге өйөнә ҡайтты. Батша, өй ҡарарға тип ҡалдырған ун йәриәһен айырым өйгә сығарып, һаҡсылар ҡуйҙы. Дауыт уларҙы ашатып-эсерҙе, тик үҙе бер ваҡытта ла яндарына барманы. Улар, тол ҡатындар һымаҡ, үлгәнсе шунда йәшәнеләр.
Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.
Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.
Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.
Авигаил тороп йәһәт кенә йыйынды ла ишәгенә атланды. Үҙе менән биш хеҙмәтсе ҡыҙын алып, Дауыттың илселәренә эйәрҙе. Шулай итеп, Авигаил Дауытҡа тормошҡа сыҡты.