Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:12 - Изге Яҙма

12 Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:12
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!


Авшалом үҙенә эйәргән барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә килде, Ахиҫофел да уның менән ине.


Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.


Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.


Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам;


Ураҙа иғлан ителде. Навоҫты халыҡ алдына түргә ултырттылар.


Хаттарға былай тип яҙылғайны: «Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ.


Ахиҫофел – батшаның кәңәшсеһе, ә Аркиҙан Хушай батшаның яҡын дуҫы була.


Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?»


Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.


уны Писга тауы түбәһенә, бағауыл торған урынға, алып китте. Унда ете ҡорбан усағы ҡорҙо, һәр береһендә берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.


Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Гошен, Холон и Гило – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун бер ҡала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ