6 Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән.
Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.
– Нимә булды? – тип һораны батша. – Мин тол ҡатын, ирем үлде, – тине ҡатын. –
Бына хәҙер бөтә нәҫел-нәсәп миңә ҡаршы сыҡты: «Үҙ туғанын үлтергән кешене бир беҙгә, ағаһын үлтергән өсөн беҙ уның үҙен үлтерәбеҙ, шул рәүешле беҙ вариҫтан ҡотолабыҙ», – тиҙәр. Былай булһа, улар минең һуңғы өмөт сатҡыһын да һүндерәләр бит, ерҙә иремдең исеме лә, тоҡомо ла ҡалмаясаҡ.
Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе. – Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән.