33 Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.
Шунан һуң: – Кил, улым, үп мине, – тине.
Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр.
Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.
Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны.
Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте.
Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине.
Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.