31 Йоав Авшаломдың өйөнә килеп: – Хеҙмәтселәрең ниңә минең баҫыуыма ут төрткән? – тип һораны.
Авшалом хеҙмәтселәренә: – Минең баҫыу менән йәнәшә Йоавтың арпа баҫыуын күрәһегеҙме? – тине. – Барығыҙ ҙа уға ут төртөгөҙ. Авшаломдың хеҙмәтселәре барып баҫыуға үрт һалды.
– Мин бит һине саҡыртып кешеләр ебәргәйнем, – тине Авшалом. – Һине батшаға ебәреп: «Нишләп мин Гешурҙан ҡайттым икән? – тип һоратырға иткәйнем. – Шунда ғына ҡалһам, яҡшыраҡ булыр ине». Мин батшаны күрергә теләйем. Әгәр ҙә ғәйеплемен икән, әйҙә, мине үлтерһен.