22 Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине.
Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе.
Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.
Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине.
Шунан һуң Йоав, Гешурға барып, Авшаломды Йәрүсәлимгә алып ҡайтты.
Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.
Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте.
Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.
Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –
Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа, Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә,
Балалары тороп уны данлай, ире маҡтап бөтә алмай:
Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми.
Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.