21 Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине.
– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.
Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине.
Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы.
Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.