Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 14:2 - Изге Яҙма

2 Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 14:2
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан һуң ҡатын ҡайтып китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындарса кейенеп алды.


Урияһтың ҡатыны, иренең һәләк булғанын ишеткәс, бик ныҡ ҡайғырҙы.


Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды.


бер аҡыллы ҡатын ҡала диуарынан: – Тыңлағыҙ әле, тыңлағыҙ! Йоавты бында саҡырығыҙ, минең уға әйтәһе һүҙем бар! – тип ҡысҡырҙы.


Пелеттән Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира;


Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.


Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны.


Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны,


Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне.


Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.


«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».


Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу.


Һин йыуынып таҙарын, матур итеп кейен, еҫле май һөрт тә ырҙын табағына бар. Ләкин Боғаз ашап-эсеп алмайынса, күҙенә салынма.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ