Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 14:17 - Изге Яҙма

17 Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 14:17
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ батша ҡатынға: – Минең һорауыма йәшермәй генә яуап бир әле, – тине. – Әйт, хакимым батша, – тине ҡатын.


Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора.


Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә.


Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Ауыҙымдан берәй нахаҡ һүҙ сыҡтымы? Аңҡауым һәләкәт әсеһен тоймаҫмы?


Алтын менән көмөш – утта, кеше маҡтау менән һынала.


Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.


Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.


Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ