Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 14:11 - Изге Яҙма

11 – Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 14:11
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.


Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.


– Һиңә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булһа, уны миңә килтер, ул әҙәм һиңә ҡағыла алмаҫ, – тине батша.


– Ҡолоңа тағы бер һүҙ әйтергә рөхсәт ит, хакимым батша, – тине ҡатын. – Әйтеп ҡара, – тип яуапланы батша.


Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине.


– Әгәр ул намыҫлы кеше булып ҡала алһа, башындағы бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ, – тип яуапланы Сөләймән. – Ә инде эсендә мәкер бар икән, үлтерелер.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.


йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.


ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ,


Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы.


Шуға күрә үтенәм, ашап алығыҙ, был ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.


Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.


– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.


Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ