13 Бындай хурлыҡтан һуң мин ҡайҙа барырмын? Һинең дә Исраилда яманатың таралыр. Батша менән һөйләшеп ҡара, ул мине һиңә биреүҙән баш тартмаҫ, – тине.
Минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.
Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә – атайыбыҙ бер, тик әсәйҙәребеҙ башҡа. Мин уға өйләндем.
ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.
Ана минең үҙемдең ир ҡулы ҡағылмаған ҡыҙым, ә был кешенең йәриәһе бар, шуларҙы сығарам. Уларҙы көсләгеҙ, теләһә ни эшләгеҙ, тик минең ҡунағыма ундай әшәкелек эшләмәгеҙ.