12 Тамар уға: – Юҡ, ағайым, минең намыҫыма ҡағылма, Исраилда улай ҡыланмайҙар. Бындай ҡәбәхәтлекте эшләмә!
Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.
Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.
бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында иҫәр бер егет күҙгә салынды.
Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.
Атайыңдың башҡа ҡатынынан тыуған ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма; сөнки ул һинең туғаның.
Ҡыҙ туғандарың – атайыңдың ҡыҙы менән дә, йәки әсәйеңдең ҡыҙы менән дә, һинең менән бер өйҙә тыуғанмы ул, ситтәме – улар менән яҡынлыҡ ҡылма.
Әгәр ҙә берәйһе үҙенең ҡыҙ туғанына, атаһының йәки әсәһенең ҡыҙына өйләнһә һәм уның оятын күрһә, ҡыҙ ҙа уның оятын күрһә, был – хурлыҡ. Улар халҡының күҙ алдында юҡ ителер. Ул ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырған һәм язаһын алырға тейеш.
ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.
ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ.
Йорт хужаһы улар эргәһенә сығып: – Юҡ, туғандар, ундай енәйәт эш ҡылмағыҙ. Ул бит минең ҡунағым, әшәкелек ҡылмағыҙ, – тине. –
Исраил ерендә оят, әшәке эш ҡылынды! Шуның өсөн мин йәриәмде киҫәктәргә бүлгесләнем дә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙем.