Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 12:17 - Изге Яҙма

17 Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 12:17
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,


Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Етенсе көндө бала мәрхүм булды, Дауыттың хеҙмәтселәре уға баланың вафаты тураһында әйтергә ҡурҡты. «Әле бала үлмәҫ борон ул беҙ әйткәнде тыңларға ла теләмәй ине, хәҙер беҙ уға нисек: „Балаң үлде“, – тип әйтәйек, йә ул үҙе менән берәй нәмә эшләп ҡуйыр», – тинеләр.


Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.


Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.


Шунан батша үҙ һарайына ҡайтып китте, ашамай-эсмәй, күңел асмай төн үткәрҙе, уны бөтөнләй йоҡо алманы.


Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ