15 Наҫан шулай тине лә өйөнә ҡайтып китте. Раббы Дауыттың Урияһтың ҡатыны табып биргән балаһын ауыр сиргә дусар итте.
Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.
Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе.
Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.
Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була.
Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.
Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.
Ун көн тирәһе үткәс, Раббы Навалды ҡазаландырҙы, ул үлде.
Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.