12 Һин үҙең быны йәшереп эшләгәйнең, Мин иһә быны бөтә Исраил алдында, көн яҡтыһында эшләрмен».
Һарай түбәһендә Авшалом өсөн сатыр ҡорҙолар ҙа ул, бөтә Исраилдың күҙ алдында, атаһының йәриәләре янына инде.
Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.