11 Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“ – тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо.
Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –
Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.
Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен.
Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.
Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.