9 Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы.
Дауытҡа Урияһтың өйөнә ҡайтмағанын еткерҙеләр. Дауыт Урияһтан: – Оҙон юлдан йонсоп бөткәнһең, ниңә өйөңә ҡайтманың? – тип һораны.
Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы.
Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһатты һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшырҙы.
Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған булды.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.