7 Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты.
– Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп. – Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә.
– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.
Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе.
Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.
Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты.