24 Шунда ҡала диуарҙарынан уҡ ата башланылар, батша ҡолдарының ҡайһы берәүҙәре һәләк булды. Ҡолоң хитти Урияһ та үлеп ҡалды.
Ул Дауытҡа былай тине: – Дошмандар беҙгә һөжүм итеп, асыҡ яланға сыҡтылар, шунан беҙ уларҙы ҡала ҡапҡаһына тиклем эҙәрләп барҙыҡ.
Шунан Дауыт хәбәр килтереүсегә: – Йоавҡа әйт: ул был хәлгә артыҡ көйөнмәһен, ҡылыс кемде сабайым тип уйлап тормай. Көсөңдө тупла ла ҡаланы тар-мар ит, тип уның күңелен күтәр, – тине.
Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек. Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы. Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек».
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.