15 Хатында ул былай тип яҙғайны: «Урияһты алыштың иң ҡыҙыу еренә ҡуй ҙа, уны ҡалдырып, сигенегеҙ. Ул шунда әжәлен тапһын».
Шулай итеп, Йоав ҡаланы ҡамалышта тотҡан саҡта, Урияһты дошмандың иң ҡыйыу яугирҙәре һуғышҡан урынға ҡуйҙы.
Ҡалалағы яугирҙәр сығып, Йоав менән алышҡа ташланғас, Дауыт ғәскәренән бер ни тиклем кеше һәләк булды, хитти Урияһ та үлтерелде.
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә.
Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?
Мәҙхиә йырлағыҙ Раббыға! Данлағыҙ Раббыны! Ул бисара бәндәнең йәнен Залимдар ҡулынан ҡотҡара.
Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.
«Уға Михәлде бирермен, – тип уйланы. – Дауыт өсөн ул тоҙаҡ булыр. Әйҙә Дауыт пелештиҙәр ҡулы менән үлтерелһен». Шунан Дауытҡа: – Миңә кейәү булырға бөгөн йәнә форсатың бар, – тине.
– Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.