14 Иртәгәһен Дауыт, Йоавҡа хат яҙып, уны Урияһҡа биреп ебәрҙе.
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?