13 Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы.
Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы.
– Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша.
– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.
Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.
Кемдә хәсрәт? Кемдә ҡайғы? Кемдә ыҙғыш? Кемдә зар? Сәбәпһеҙҙән кем туҡмалған? Кемдең күҙҙәре аларған?
Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!