4 Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын яртылаш ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп ҡайтарып ебәрҙе.
Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты.
Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.
Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.
Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.
Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ.