18 Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башланы. Дауыт арамиҙарҙың ете йөҙ яу арбаһын, ҡырҡ мең һыбайлыһын юҡ итте; уларҙың ғәскәр башлығы Шовахты яраланы һәм Шовах шунда үлеп ҡалды.
Был турала Дауытҡа хәбәр иткәс, ул, барлыҡ исраилдарҙы йыйып алды ла, Иорданды аша сығып, Хеламға килде. Арамиҙар сафҡа теҙелеп Дауытҡа ҡаршы торҙо һәм алыш башланды.
Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.
эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта.
Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башлай. Дауыт арамиҙарҙың ете мең яу арбаһын һәм ҡырҡ мең йәйәүле һуғышсыһын юҡ итә, уларҙың ғәскәр башлығы Шофахты ла үлтерә.
Эй Илаһым, ҡотҡар мине, Һыуҙар боғаҙыма етте.
Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.
Яғыл Сисераны баҫтырып килгән Бараҡҡа ҡаршы сығып: – Әйҙә ин, һин эҙләгән кешене күрһәтәм, – тине. Бараҡ сатырға инде. Ҡараһа, Сисера үлеп ята, сикәһенә ҡаҙыҡ ҡаҙалған.
Ҡулын ул сатыр ҡаҙығына һуҙҙы, Икенсе ҡулына сүкеш алып, Сисераға ҡундырҙы! Уның башын һуғып ярҙы, Сикәһен тишеп ебәрҙе.