11 – Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – тине ул. –
Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшырҙы һәм Авишай уларҙы ғаммондарға ҡаршы теҙеп ҡуйҙы.
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.
Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.
Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.