26 Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.
Ҡайһылай ҡоланы баһадирҙар! Һуғыш ҡоралдары ҡырылды!»
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.
Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул: – Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.