Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 1:23 - Изге Яҙма

23 Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 1:23
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Исраил ҡыҙҙары! Һеҙгә ал ҡыҙыл затлы кейем кейҙергән, Алтын биҙәүестәр алып биргән Шаул өсөн йәш түгегеҙ!


Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.


Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.


Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була.


Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.


ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул,


Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы.


Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.


– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ