Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 1:20 - Изге Яҙма

20 Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 1:20
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Мин һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрҙем. Ризығыңды кәметеп, һине дошмандарың булған пелешти ҡыҙҙары ихтыярына бирҙем. Хатта улар ҙа һинең әхлаҡһыҙ ҡылығыңдан оялды.


Быны Ғаҫта белдермәгеҙ, Унда һыҡтамағыҙ, һыҡтамағыҙ. Бейт-Леғафрала ҡайғынан туҙанға ятып аунағыҙ.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


Дауыт пелештиҙе үлтергәндән һуң, ғәскәрҙәр кире ҡайтып килгән саҡта, Исраилдың бөтә ҡалаларында ла ҡатын-ҡыҙҙар дөңгөр һәм шылтырауыҡтар тауышы аҫтында ҡыуаныс менән йырлап-бейеп Шаул батшаға ҡаршы сыҡты.


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.


Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ