16 Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.
Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем.
Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи.
Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.
Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.
биргән һүҙеңдең ауына ҡаптың, ауыҙыңдан сыҡҡан вәғәҙәңдең ҡолона әйләндең.
Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.
Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине.
Әгәр ҙә берәй ҡатын мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылһа, ҡатын да, мал да үлтерелһен. Улар мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.
Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле.
– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!
Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.
Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә ғәйепһеҙҙең ҡаны түгелмәһен һәм түгелгән ҡан өсөн һеҙҙең өҫтә ғәйеп булмаһын.
Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле.
Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.
Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.
Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?