Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 1:14 - Изге Яҙма

14 – Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 1:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.


Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.


Юлдаштарына: – Хакимыма, Раббы мәсехләгән кешегә, башҡаса былай эшләүҙән, уға ҡаршы ҡул күтәреүҙән Раббы һаҡлаһын, – тине, – сөнки ул – Раббының мәсихе.


Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.


Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ