Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 1:11 - Изге Яҙма

11 Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 1:11
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.


Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.


Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп, ҡалаға әйләнеп килде.


Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.


Батша, урынынан тороп, кейемдәрен йыртҡылап ташланы ла ергә ҡапланды, эргәһендәге хеҙмәтселәре лә кейемдәрен йырттылар.


Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.


Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.


Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.


Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.


Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.


Илселәр Барнабас менән Паулус был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртҡысланы, халыҡ төркөмөнә ташланып:


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ