10 Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем.
Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.
«Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай».
Дауыт Ғаммон батшаһының бер талант алтындан аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән тажын тартып алды. Тажды Дауыттың башына кейҙерҙеләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрҙө.
Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар.
Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.