ІІІ Батшалар 9:7 - Изге Яҙма7 Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.