6 Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,
Был бәләләр Исраил халҡы башына үҙҙәренең Аллалары Раббыны тыңламаған, Уның менән төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм ҡоло Муса аша әйтелгән бойороҡтарын тотмаған өсөн килде. Улар Раббыға ҡолаҡ һалманылар, ҡушҡандарын үтәмәнеләр.
Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,
Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.
– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.
Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.