26 Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.
Шул осорҙа Ахав улы Ахазъяһ Йеһошафатҡа: «Караптарыңда һинекеләр менән бергә минең кешеләрем дә барһын», – тип тәҡдим иткәйне, әммә Йеһошафат риза булмағайны.
Атаһы Амасъяһ үлеп ата-бабалары хозурына күскәндән һуң, Ғазаръяһ Элаҫ ҡалаһын ҡабаттан Йәһүҙәгә ҡайтарҙы һәм яңынан төҙөнө.
Сауҙа караптары һымаҡ, алыҫтан икмәк табып килтерер.
Ғавронанан китеп, Ғәсйон-Ғәвәрҙә урынлаштылар.
Ғарава тигеҙлеге буйлап беҙ Элаҫ һәм Ғәсйон-Ғәвәрҙән башланған юл менән Сеғирҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Ғаяз нәҫелдәре янынан уҙҙыҡ һәм, боролоп, Моав сүленә йүнәлдек.