25 Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы.
Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө.
Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы.
Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.
Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.
Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“.
Раббы ҡорамына нигеҙ һалғандан алып уны төҙөп бөткәнгә тиклем, Сөләймәндең барлыҡ эше шулай ойошторолған була. Шулай итеп, Раббы ҡорамын төҙөү тамамлана.
Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.
Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш.
Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.
Исраил ҡыҙҙары, йыл һайын өйҙән китеп, дүрт көн буйы Ғилғәд улы Ифтахтың ҡыҙын хәтергә алып йәш түгә.