ІІІ Батшалар 9:21 - Изге Яҙма21 Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.