Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 9:19 - Изге Яҙма

19 Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 9:19
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.


Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ».


Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс,


Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – әмөри, хитти, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә,


Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра.


Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ