16 Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе.
Сөләймән Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнде. Шул рәүешле ул фирғәүен менән туғанлашты. Кәләшен Дауыт ҡалаһына төшөрҙө. Батша һарайын, Раббы ҡорамын һәм Йәрүсәлимде уратып диуарҙар төҙөгәнгә тиклем шунда йәшәнеләр.
Шуға оҡшатып, үҙенә йәшәр өсөн тағы бер йорт төҙөттө. Әлеге йорт Хөкөм залының артындағы ихатала урынлашҡайны. Сөләймән үҙенең ҡатыны – фирғәүендең ҡыҙы өсөн дә тап шундай уҡ йорт һалдырҙы.
Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе.
Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.