14 Шунан Хирам Сөләймән батшаға йөҙ егерме талант алтын ебәрҙе.
Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.
Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны.
Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.
Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә күпме теләһә шул тиклем кедр һәм кипарис ағастары, алтын биреп торҙо. Сөләймән батша Хирамға был хеҙмәттәре өсөн Галилея ерендә егерме ҡала бирҙе.
Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.
– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк Ниневе ҡалаһын нисек йәлләмәйем?