Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:63 - Изге Яҙма

63 Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:63
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.


Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр,


Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.


Батша һәм бөтә халыҡ Раббы хозурында ҡорбан сала.


Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә.


Был йорт Дарий батша хакимлығының алтынсы йылында адар айының өсөнсө көнөнә төҙөлөп бөттө.


Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Байрамдарҙа Йәрүсәлимдә ҡорбанға килтерелгән һарыҡтар ни тиклем күп булһа, әле бушап ҡалған ҡалалар ҙа шул тиклем кеше менән тулы буласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».


Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?


Ҡыш етте. Йәрүсәлимдә Яңырыу байрамы ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ