51 Уларҙы, тимер иретә торған мейестән ҡотҡарғандай, Мысырҙан алып сыҡҡаныңды онотма. Улар Һинең халҡың, Һинең биләмәң.
Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын ярлыҡа.
Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың.
Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»
Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным.
Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!
Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.
Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы. Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме!
Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.
Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.
Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.