5 Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан салды. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел ине.
Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте.
Яровғам һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөн, Йәһүҙәлә үткәрелә торған байрамға оҡшатып, байрам тип иғлан итте. Бейт-Илдә үҙе яһатҡан үгеҙ башмаҡ һындарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Бейт-Илдәге үҙе эшләткән табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһиндар билдәләне.
Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.
Ошонда, Раббы ҡаршыһында, Осрашыу сатыры алдындағы баҡыр ҡорбан усағында, Сөләймән мең дана тотош яндырыу ҡорбаны килтерә.
Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.